0%

Китап(шиғыр). Динә Талхина

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Китап ( шиғыр )
автор Динә Талхина
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Китап


 Әсәһе китап алған
 Кескәй генә улына.
 Малай уҡый китапты,
 Төшөрмәйсә ҡулынан.
 Хәрефкә хәреф ҡуша,
 Барлыҡҡа килә һүҙҙәр.
 Ҡыуаныстан ҡысҡыра,
 Ялтырап китә күҙҙәр.
 — Мин уҡырға өйрәндем!
 Хәрефтәр мине тыңлай!
 Шат баланың тауышы
 Ҡыңғырау булып сыңлай.

 


2006 йыл